Menu

Ҡолғона мәсетендә ифтар!!!

0 Comments

ҠОЛҒОНА МӘСЕТЕНДӘ ИФТАР!!!

Рамазан айына әҙерлек алдан башланғанын хәбәр иткәйнек инде.Мәсет ҙур итеп өмәләр үткәреп ,йыуып таҙартылды, солан,тәҙрә, ҡоймалар буялды,баҡсаһына ағастар ултыртылды.Иң ҡыуаныслы ваҡиға булып мәсеттә үткәрелгән ифтар тора.Ете йыл элек төҙөлгән иман йортанда Ураҙа ,Ҡорбан байрамдары даими үткәрелеп торһа ла, ифтар үткәрергә батырсылыҡ итмәйҙәр ине..Изге йомала тәүге ифтарға Хамидуллин Венер ҡәрҙәшебеҙ яҡындарын йыйҙы.Ул ҡалаларҙа үткәрелгән мәжлестәрҙә йыш ҡатнаша торған ине.Уны тиҙ генә ауылдың имамы Салауатов Азат күтәреп алды.Был изге башланғысты һүндермәҫкә ниәтләп үҙ ара кәңәшләшеп,Салауатова Сәлиә,Салауатова Нурия, Дәүләтшин Ришат,Ғүмәров Рәсүлдәр хәйерле эште дауам итергә булдылар.Рәсүл ифтарға үҙенең класташтарын саҡырҙы.Башҡалар дуҫ туғандарҙы,күрше күләнде табын түренә әйҙәне.Ағинәйҙәр ҙә шатланып килеп етте.Бай табын һә тигәнсе әҙерләнде.Аҙан әйтеп,ауыҙ асҡас,намаҙ уҡылды.Имамдың фәһемле вәғәзен иғтибар мн тыңлағандан һуң ,үҙ ара әңгәмәләшеү,фекер алышыу тәмле ризыҡтар мн һыйлана һыйлана дауам итте.Рамазан айының мөһимлеге тағы ла нығыраҡ асыҡланды.Быйыл башлап ураҙа тотоусылар байтаҡ булды.Иртәгә үк тота башлайым тип дәртләнеп ултырыусыларға кәңәштәр бирелде.Ҡөрьән уҡып, доғалар ҡылып,рухи байлыҡ алып кинәнеп һөйләшеп ултырҙылар ауылдаштар. Рамазан айының үҙе бер байрам айы икәнен, тик мәсеттә бергә -бергә булғанда ғына беленгәненә төшөнгәндәрҙер моғайын. Кем ,ҡасан, ниндәй көндә ифтар ойошторасағын асыҡлап ҡуйҙылар.Шулай уҡ, ошондай мәжлестәр ойошторорға өҫтәлдәр,һауыт һаба кәрәклеген күреп ,тиҙ арала был мәсъәләрҙе хәл итергә булдылар.Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып,күңел күтәренкелеге мн үткәрҙеләр рамазандың ун дүртенсе кисен.Ағинәйҙәр һәм мөслимәләр рамазан айын бәрәкәтле итеп үткәрер өсөн ихлас итеп пландар төҙөп,рәхмәттәр әйтеп ,йылмая -йылмая өйҙәренә таралдылар .Ифтарҙы ойошторған һәм ҡатнашҡан кешеләргә Аллаһтың рәхмәттәре яуһын.Ҡолғона халҡына иман байлыҡтары,һаулыҡ сәләмәтлек бирһен.Әрүәхтәрҙең гонаһтарын ярлыҡаһын,Тамуҡ уттарынан һаҡлаһын,мәсеттә намаҙ уҡыусылар көндән көн артһын .Әмин.

Leave a Reply

Your email address will not be published. Required fields are marked *