Menu

киного 46

4 Comments

“Һуңғы ҡыңғырау”

Бөгөн, мәктәп уҡыусыларының “Һуңғы ҡыңғырау” яңғыраған көнө күңелемдә һөйөү һәм тәрән ихтирам йөрөткән уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәһем килә!

Тәүге уҡытыусым – ҡәҙерле Рәйсә апа Ғиләжева (Ситдиҡова) беҙҙе башланғыс синыфта уҡырға, яҙырға өйрәтеп, тормош мәктәбенең баҫҡыстарына дуҫ булып, бер-береңде хөрмәт итеп, ҡәҙереңде белеп үрләргә ярҙам итте.
Ул саҡта беҙ, сабый балалар, ҡулыбыҙға ручканы ла дөрөҫ итеп тота белмәй инек бит. Ә хәҙер ҡәләмде генә түгел, донъя күсәрен дә ныҡлап тотоп торабыҙ!

Икенсеһе – Ишембай районы Иҫәкәй 8 йыллыҡ мәктәбенең директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, районыбыҙҙа билдәле шәхес – Каина Маннан ҡыҙы Аҡҡолова миңә әҙәбиәт серҙәрен генә асып ҡалманы, ә ижад иленә илтеүсе тылсымлы һуҡмаҡтарҙы табырға булышты.
Гәзит-журналдарҙы нисек итеп яратырға, улар менән нисек татыу булырға ҡәҙерле уҡытыусымдан өйрәндем; “китап” ҡәҙерен аңланым.

Өсөнсөһө – беҙ уҡыған саҡта (1978
“Астрономия” фәненән уҡытты ағайыбыҙ. Күк есемдәрен шул тиклем ҡыҙыҡлы итеп аңлатыр ине, дәрестәрен һағынып көтөп алыр булдыҡ.
Беҙҙе ағай Күктәргә ғашиҡ итте!
Шуға класта күбебеҙ шиғыр яҙырға әүәҫләнеп китте.
Ул , беҙҙе генә КЕШЕ итеп ҡалманы, ә Маҡар мәктәбе Шашкасылар данын илебеҙ кимәлендә күтәрҙе.Был данды мәңгелеккә тарих битенә яҙып ҡуйып, киләсәкте хәстәрләне.

Быйыл мәктәпте тамамлауыбыҙға теүәл 40 йыл була.
Белем тауының иң бейек үренә тиклем беҙҙе етәкләп алып менгән ошо һөйөклө Остаздарыбыҙға
һәм шулай уҡ исемдәре телгә алынмаған башҡа барлыҡ уҡытыусыларыбыҙға бөгөн мин ул заманда яратып бүләк иткән ҡәҙерле томбойоҡ сәскәләрен гөлләмә итеп кенә түгел, ә Селтербей тауындай бүләк итер инем!

Беҙ ҺЕҘГӘ МӘҢГЕ РӘХМӘТЛЕБЕҘ, ХӨРМӘТЛЕ РӘЙСӘ АПА, КАИНА АПА, ХАРИС АҒАЙ һәм барса уҡытыусыларыбыҙ!

Бөгөнгө көндә ирешелгән уңыштарыбыҙ барыһы ла тик һеҙҙең изге теләктәрегеҙ, фатихағыҙ арҡаһында !
Рәйсә апабыҙға, Харис ағайға һәм беҙҙең уҡыу йылдарыбыҙҙы “моңло ҡыңғырау” иткән барса уҡытыусыларға ныҡлы сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер насип булһын!
Ә Каина апабыҙҙың урыны Йәннәттәрҙең иң-иң түрҙәренән бирелһен , иншаллаһ!

“Апа” һәм “АҒАЙ” тиеп үҙ итеп, яҡын итеп, ғәзиз күреп яҙам…
Һеҙҙең һоҡланғыс дәрестәрегеҙҙе һағынғаныбыҙ өсөн, мөләйем йөҙҙәрегеҙ һәр саҡ май ҡояшы кеүек күңелдәребеҙҙе яҡтыртып торғаны өсөн һәм дә һис ҡасан онотолмаясаҡ
донъялағы иң һоҡланғыс йәндәр булғанығыҙ өсөн яҙам…

Минең үҙемә лә БДУ-ны тамамлағас, Илеш районы Сеңрән 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡытырға тура килде.
Ғаиләләге мөһим сәбәптәр арҡаһында ни бары 3 йыл ғына эшләп өлгөрҙөм унда. Әммә ғүмер буйына етерлек күңел наҙы, йөрәк йылыһы үҙемә алып ҡала алғанмын икән!

Илештә эшләгән саҡтарым бер төш булып ҡына ҡалған инде хәҙер.Шул төштөң иң гүзәл бите – орсоҡ кеүек тиктормаҫ, телгә телеп ҡуйырҙай малайҙар – Азат, Дифҡәт, Рәилдәр… ине.
Шуғалыр ҙа, әле лә, дәрестәремде үткәрергә ирек бирмәгән, мине берсә илатып, берсә йырлатып бөтөргән берәүһен һағынамдыр.
Марат булыр уның исеме.
Үҙен әсәһе яңғыҙ ғына ҡараны.
Шуға һис тә иркә түгел ине. Атай ҡулдарының, әсәй ҡосағының (апай мәңге ферма эшендә ине) йылыһына иркәләнеү төштәрендә генә булғандыр үҙекәйенә.
Эй Раббым!
Шуға ул балаға башҡаларға ҡарағанда айырым мөнәнәсәбәтемдең үҙенән-үҙе килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Иҫләй китһәң …
Һис ҡасан тыныс ҡына уҡыманы ул.
Гел берәй нәмә уйлап табып ҡына торор ине.
Бер килке дәрестә КАРАТЭ хәрәкәттәре яһап, теңкәмә тейҙе…

Бер хәтер…
Класҡа килеп индем.
– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! – тип сәләмләүем булды, ул, хас кинолағы кеүек итеп, үҙе ғашиҡ булған КАРАТЭ-һы менән яуап бирҙе.
Мин тыныслыҡ һаҡларға тырыштым.
– Ултырығыҙ!
Барыһы ла ултырышып бөттө.Ул бер үҙе генә ҡалып, миңә айырым КАРАТЭ хәрәкәттәрен оҙатты.
Сабырлыҡ гөлөмдөң һулый башлауын тойҙом.
Бер Марат арҡаһында барыһына ла хәҙер эләгәсәк инде.
Армиялағы командирҙар тауышы сығарып, төҫөмә яуыздарҙан-яуыз ҡиәфәт бирергә тырышып, яңынан:
– БАҪЫҒЫҘ! – тим.
Үҙем ыңғай һөҙөмтә һәм үҙемдең еңеүемде көтәм, әлбиттә.
Миңә КАРАТЭ ЯУАП БИРӘ!
– УЛТЫРЫҒЫҘ!
Тағы шул уҡ яуап.
Ике тапҡыр, өс тапҡыр…
Әллә 10 тапҡыр ҡабатланды был күренеш.
Сабырлыҡ гөлөм шартлап һынды бит!
Ни эшләргә?!
Мине шул тиклем уңайһыҙ хәлгә ҡалдырған, аҙаҡ балалар теленә күсеремде йәшен тиҙлегендә аңлап, һиҙеп, тойомлап алам.
Директорға барыу – һөҙөмтә бирмәйәсәк! Сөнки ошаҡлашып йөрөүҙе мәңге өнәмәнем.
Һәм был аҙым – уҡыусылар араһында баһамды төшөрәсәген аңлайым.
Ә бит әле барыһы ла “Рәшидә апа” тип өҙөлөпләр тора. Ни хәл итеп ошо яҡты һәм ихлас сабыйҙар һөйөүенән күрәләтә ваз кисәйем ти ?!
Ә – һә! Таптым сараһын!
Ғәзиз башҡайыма шәп фекер килмәһенме ҡапыл!
– Ҡәҙерле уҡыусылар!
Һеҙҙең алдығыҙҙа буласаҡ Джеки Чан һымаҡ кино актеры, Илеш районы Сеңрән ауылы егете – Марат Кәбиров сығыш яһаны!
Уны күмәкләп тәбрик итәйек! – тип, ҡулымды саптым. Миңә бар класс ҡушылды.
Марат тәүҙә аптырап ҡалды. Аҙаҡ, үҙенең татлы еңеүен тойоп, тыныс ҡына партаһына ултырҙы.
Беҙ дәрес башланыҡ!
Уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы ярышмы ул, бәхәсме, сәмме – нәмә генә булмаһын, ул 1:1 иҫәбе менән тамам ҡылынды.
Шөкөр!
Дуҫлыҡ еңде! Ура!

Унан шәп спортсмен йәки икенсе Джеки Чан кеүек кино актеры сыҡманы сығыуын, әммә ике туғандаш республиканың – Башҡортостаныбыҙ һәм Татарстандың шәп шағиры булып – Марат Кәбиров булып танылды ул киләсәктә.Сөнки ҙә тыумышы, булмышы менән ысын талант ине !

Үҙен аристократтарса тота белеүе менән дә ғәжәпләндерә ине ҡай саҡта. Ә иншаларҙы нисек итеп, һыу буйы кеүек оҙо-о-о-н итеп яҙыр ине.(Тимәк,шул заманда уҡ бала тел асҡысын тапҡан!)
Мин уларҙы класҡа ҡысҡырып уҡып, кинәнә торған инем.
Бер ваҡыт нимәгәлер кластың шаян малайҙары менән бергәләшеп,былар мине илатты бит!
Тәнәфес булғас, журналымды түшемә ҡыҫып ҡосаҡлап:
– Ниңә генә ошо ауылға килдем икән?Иҫәрем асылып, үҙемдең ғәзиз башҡынамды әрәм итергә килгәнмендер инде? Ниңә генә уҡытыусы булдым икән?- тип, яҙмышыма үсегеп, УЛАР ЙӘШӘГӘН СЕҢРӘН АУЫЛЫНДА ҒЫНА ТҮГЕЛ, Ә БӨТӘ ДОНЪЯЛА ИҢ БӘХЕТҺЕҘ КЕШЕ – МИН УЛ!!!- тийеп, ер-һыу һыҡтап, учительскийға китеп барам.
Үҙем завуч бит әле ул!
Ерҙәр тырнап илар инем, Я – РА – МАЙ!
Бер саҡ бәләкәй ҡыҙҙарҙың шырҡ-шырҡ көлөшкәненә артыма боролоп ҡараһам…унда тубыҡланып тороп минең артымдан быларҙың класындағы бандит малайҙар килә.Иң алдан,әлбиттә, Марат төшкән.
– Апа, Рәшидә апа! Ғәфү итегеҙ!-тиҙәр үҙҙәре.
Юрый ҡыланалармы тиһәм…
Юҡсы! Ып – ысын! Күҙҙәренә туп-тулы борсолоу, уңайһыҙланыу хистәре яғылғайны.Мин ошо тойғоно ,шөкөр, шул күҙҙәрҙән уҡый алдым.
Ғәфү үтенеү!
Ошондай гүзәл сифатты шаян, әммә аҡыллы Марат ҡына уйлап таба ала!
Башҡа берәү ҙә түгел…
Шунанмы…
Шунан, журналымды һығып ҡосаҡлап, шундай ғорур ҡиәфәттә, хас та әкиәттәге бахыр аҡҡош бәпкәһенән иҫ киткес гүзәл аҡҡошҡа әйләнеп… учительскийға инеп киттем.Ошо мәлдә мин улар уҡыған Сеңрән мәктәбендә генә түгел, ә бөтә донъяла ИҢ БӘХЕТЛЕ КЕШЕ ИНЕМ!

“Һуңғы ҡыңғырау”…
Йөрәгемдең төбөнән иң-иң ҡәҙерле кешеләрем – яратҡан уҡытыусыларымды һәм яратҡан уҡыусымды хәтеремә төшөрөп, сың-сың килеп сыңланы бөгөн.
Рәхмәт һиңә, йәме!..

4 thoughts on “киного 46”

  1. Минзиля, үҙегеҙгә рәхмәт!
    Шулай бергә-бергә йәшәргә насип булһын, иншаллаһ!

  2. Рәшидә ханым, коллега, һеҙҙең был юлдарҙы укып мин дә йәшлегемә, мәктәпте тамамлаған шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа булған ошо мәлемә әйләнеп кайткандай булдым, рәхмәт һеҙгә!

Leave a Reply

Your email address will not be published. Required fields are marked *